Тәрбиәләнеүселәр, лагерь хеҙмәткәрҙәре бергәләшеп МХО-лағы яугирҙәребеҙ өсөн маскировка селтәре үргәндәр. Бына ниндәй ҙур селтәр килеп сыҡҡан күмәк хеҙмәттән.
Йәш патриоттар был селтәрҙәрҙең хәрби техниканы, инженерлыҡ ҡоролмаларын, яугирҙәрҙең үҙҙәрен дошман күҙенән йәшереү өсөн кәрәклеген яҡшы аңлай. Шуға ла бик ихлас ҡатнаша улар ил һағында алышыусылар мәнфәғәтендәге эштәрҙә.
Сығанаҡ: Бөрйән район хакимиәтенең ВК сәхифәһе.