+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
24 Июнь 2024, 08:01

Мотокросс – ныҡышмалдар шөғөлө

Мотокросс буйынса Башҡортостан Республикаһы кубогының 3-сө этабы Нефтекама эргәһендәге Ташкин ауылы янында үтте.  Трасса  геүләп торҙо. Тиҫтәләрсә мотоцикл үкереүе һауаны ярҙы.

Мотокросс – ныҡышмалдар шөғөлөМотокросс – ныҡышмалдар шөғөлө
Мотокросс – ныҡышмалдар шөғөлө

Ярышта республикабыҙ ҡалаларынан, күрше Татарстан, Удмуртия республикалары, Пермь крайы, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән йыйылған 100 мотоуҙышсы ҡатнашты.

Өлкәндәр генә түгел, үҫмерҙәр, балалар ҙа оҫталығын һынаны был урында. Абруйлы спортсылар менән бер үк бәйге юлдарында ярышыу үҫмерҙәрҙе дәртләндереп ебәрҙе, әлбиттә. Әммә трассаны үтеү анһат булманы. Ныҡышмаллыҡ, сыҙамлыҡ, таҫыллыҡ, тырызлыҡ кеүек сифаттар көс бирҙе һәр уҙышсыға.

Өфө районының ВК социаль селтәрендәге сәхифәһе үҙҙәренең ошо ярышта ҡатнашҡан йәш спортсылары тураһында яҙа.  Өфө районының спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре  һәйбәт урындар алған.  
65см3 класлы мотоциклдарҙа уҙышта  Ян Яковлев беренселекте яулаған;

85см3 класлыла Михаил Николаев икенсе булып килгән;

125см3 класлы матайҙа уҙышҡан Кирилл Васильев һигеҙенсе булған.

Сығанаҡтар: Neftekamsk NEWS, Өфө районының ВК сәхифәһе.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас