«Сығарылыш кисәләре — һәр уҡыусының тормошонда мөһим ваҡиға. Был – уларҙың уҡытыусылар, класташтар, тотош мәктәп тормошо менән хушлашыу мәле. Уҡыусыларҙың мәктәп тормошондағы иң иҫтәлекле саҡтарҙы хәтерләү һәм ошо юлда үҙҙәренә ярҙам иткәндәргә рәхмәт белдереү мәле. Башҡортостанда аттестаттарҙы тапшырыу өсөн берҙәм даталар билдәләнде:
2024 йылдың 28 июне (йома) — 9-сы синыфтар;
2024 йылдың 29 июне (шәмбе) — 11-се синыфтар», — министр үҙенең сәхифәһендә шулай тип яҙып ҡуйған.
Быйыл Башҡортостанда 9-сы синыфты – 50 меңдән ашыу, 11-сене 15 мең самаһы уҡыусы тамамлай.
Иң яҡшы өлгәшле уҡыусыларға алтын һәм көмөш миҙал тапшырылыуы ихтимал.
Көмөш миҙал йомғаҡлау билдәләрендә ике генә «4»-ле, ҡалғандары «5» булған, рус теле һәм тағы берәй фәндән БДИ-ны кәм тигәндә 60 балға тапшырған уҡыусылар дәғүә итә ала.
Алтын миҙал өсөн бөтә фәндәрҙән дә «5» билдәһе сығыу, БДИ-ла рус теленән һәм тағы берәй фәндән кәм тигәндә 70 балл йыйыу шарт.
Сығанаҡ: Башинформ.