Ғаилә йылында сара бигерәк тә оло әһәмиәткә эйә. Ғаилә ҡиммәттәрен, тупланғанлыҡты, берҙәмлекте, ижадкәрлекте данлай ул.
Финалда ҡатнашыусылар хореография, вокал, музыка ҡоралдарында уйнау, үҙенсәлекле сығыштар , фольклор һәм ҡарһүҙ һөйләү буйынса оҫталыҡтарын күрһәтәсәк.
Конкурста сығыш яһаясаҡ ғаиләләр:
Алсыновтар (Өфө ҡалаһы),
Әхмәтйәновтар (Туймазы районы),
Ғәлләмовтар (Балтас районы),
Сәғәҙиевтар (Мишкә районы),
Сәйетғәлиндар (Салауат районы),
Татлыбаевтар (Стәрлетамаҡ ҡалаһы),
Топычкановтар (Өфө ҡалаһы),
Төхвәтуллиндар (Илеш районы),
Өмөтбаевтар (Архангел районы),
Хәмитовтар (Мишкә районы),
Хәсәновтар (Баймаҡ районы),
Юлбирҙиндар (Өфө ҡалаһы).
14 сәғәттә башлана, инеү түләүһеҙ. Рәхим итегеҙ!
***
Ижади бәйгегә 57 ғариза килгән, 12-һе финалға үткән.
Сараның маҡсаты – ғаиләне һаҡлау, ғаилә традицияларын нығытыу, ата-әсәләрҙе балалары менән берлектәге шөғөлдәргә йәлеп итеү, балалар менән ата-әсәләр аралашыуында педагогик мәҙәнилекте күтәреү.
Сараны БР Мәҙәниәт министрлығы менән Республика халыҡ ижады үҙәге үткәрә.
Сығанаҡ: Өфө ҡалаһы Киров район хакимиәтенең ВК сәхифәһе.