+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
25 Июнь 2024, 08:12

"Сапсандар" бейей

Мәктәптәр, лицейҙар, гимназияларҙың ВК сәхифәләре береһенән-береһе ҡыҙыҡлыраҡ яңылыҡтарға бай була. Әйҙәгеҙ, бөгөн Өфөнөң Дим районы "Яркий" микрорайонында урынлашҡан "Смарт" 2-се күп профилле полилингваль гимназияның сәхифәһенә инеп сығайыҡ.

"Сапсандар" бейей"Сапсандар" бейей
"Сапсандар" бейей

Сәхифәлә үҙ теләге менән мәктәптең тимер рәшәткәһен йүнәткән Алексей Гавриловҡа һәм уның улы, 1Е синыфы уҡыусыһы  Роман Ғафаровҡа рәхмәт белдерелгән.  Аталы-уллы икәү кемдәрҙер боҙған рәшәткәне төҙәтеп ҡуйған. Бына шулай, ниндәйҙер тәртипһеҙҙәр боҙоп китә, уңғандар йүнәтә. Ярай изге күңелле, намыҫлы кешеләр күберәк.

Икенсе бер поста һәүәҫкәр артистар тураһында яҙалар. Гимназияның "Сапсан" тигән халыҡ бейеүе ансамбле бар. Бәләкәй бейеүселәр ҡаланың төрлө сараларында ҡатнаша.

Ансамблдең етәкселәре – Башҡортостандың халыҡ артистары Эльвира Аҡназарова менән Фәйзулла Ғөбәйҙуллин. "Сапсандар", IV "Һаумы, һаумы, әкиәт!" форумында башҡорт халыҡ әкиәттәре мотивтары буйынса ҡуйылған "Әтәс, тауыҡ, төйлөгән" тигән шаян хореографик композицияларын күрһәтеп, тамашасылар һөйөүен яулаған. Был бейеүҙе 3Л синыфынан Эрик Бәшәров, 2Г синыфынан Камил Бәшәров, 5Ш-нан Таңсулпан Нәҙербаева башҡара.

Ойошторолоуына ике генә йыл булһа ла, коллектив Рәсәй, республика, төбәк-ара конкурстарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнаша һәм  яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә.

"Сапсан" ансамбленең ВК-ла үҙ сәхифәһе бар. Бейеүҙәренән видеоөҙөктәр бирелгән. Шуларҙан да йәш ансамблдең ҡаҙаныштарын самалап була. Репертуар бай, төрлө тема һәм төрлө  милләт бейеүҙәрен күрһәтә балалар. Коллектив ҙур. Уңыштар һеҙгә, "сапсандар"!

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас