+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
25 Июнь 2024, 10:20

Уҡыусыларҙың тәртибенә баһа ҡуйыу индерелһә

Рәсәй мәктәптәрендә тәртип өсөн баһа ҡуйыуҙы индереүҙәре ихтимал.  РФ Президенты ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет башлығы Валерий Фадеев шундай тәҡдим менән сығыш яһаған. Тәртипһеҙ балаларҙы имтихандарға үткәрмәҫкә кәрәк, тигән.

Уҡыусыларҙың тәртибенә баһа ҡуйыу индерелһәУҡыусыларҙың тәртибенә баһа ҡуйыу индерелһә
Уҡыусыларҙың тәртибенә баһа ҡуйыу индерелһә

РФ Мәғариф министрлығында ҡашы түгелдәр. Тик тәртипте кем, ниндәй критерийҙар буйынса баһалар, билдәләрҙең эҙемтәһе нисек булыр? Министр Сергей Кравцов шундай һорау ҡуя.

Имтихандарға үткәрмәҫлек ҡылыҡ ниндәйерәк булыуы ихтимал?

Министр уйлап еткерелмәгән ҡарарҙар сығармаҫҡа саҡыра.

Сығанаҡ: Башинформ

***

Совет осоронда тәртипкә баһа ҡуйыла торғайны. Тәртипте синыф етәксеһе баһалар булды. Тәртип өсөн "отлично" (5), "яҡшы" (4), "ҡәнәғәтләнерлек" (3), "ҡәнәғәтләнерлек түгел" (2) билдәләре ҡуйылып, 3-лө өсөн мәктәптән ҡыуыу тураһында иҫкәртеү яһала, 2-ле өсөн РОНО ҡарары буйынса уҡыусы мәктәптән ҡыуыла ине. Тәртибе 5-лек булған уҡыусыларға ғына аттестат бирелә торғайны.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас