+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
26 Июнь 2024, 09:20

Баймаҡ уҡыусылары сығарылыш кисәһенә тигән аҡсаларын МХО өсөн тотонған

Баймаҡ ҡалаһы 3-сө мәктәбенең 9В синыфы уҡыусылары ата-әсәләре сығарылыш кисәһенә тип биргән аҡсаларын файҙалыраҡ маҡсатҡа тотонорға ҡарар иткән. Уҡыусылар МХО-ла ил сигендә яуҙарҙа йөрөгән һалдаттар өсөн бензинлы бысҡы менән самауыр һатып алған.

Баймаҡ уҡыусылары сығарылыш кисәһенә тигән аҡсаларын МХО өсөн тотонғанБаймаҡ уҡыусылары сығарылыш кисәһенә тигән аҡсаларын МХО өсөн тотонған
Баймаҡ уҡыусылары сығарылыш кисәһенә тигән аҡсаларын МХО өсөн тотонған

Тәҡдимде Тамерлан Ғәлиәхмәтов индергән. Бындай уй ҡайҙан барлыҡҡа килгән һуң? Тамерлан видеояҙма ҡараған. Роликта боецтар халыҡтан алынған ярҙам өсөн рәхмәт белдергән. Тимәк, көнкүрештәрен еңеләйтерлек саралар бер ҙә артыҡ түгел. Фекерҙе синыфташтары менән уртаҡлашҡан, һөйләшкәндәр, уйлашҡандар һәм йыйылған аҡсаға кәрәкле генә әйберҙәр һатып алып оҙатырға булғандар.

Уҡыусылар бүләктәрҙе яугирҙәргә ебәреү өсөн район хакимиәтенә алып барып тапшырған.

Сығанаҡ: Башкирия Online.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас