Республиканың ауыл музейҙары араһында Ҡырмыҫҡалы районы Ефремкин ауылы урта мәктәбенең Хәрби Дан музейы (етәксеһе Людмила Павлова) еңеүсе тип табылған.
Музейҙы экспонаттар менән байытыуға тарих уҡытыусыһы Юлия Кузьмина күп көс һалған. Ул уҡыусылар, ата-әсәләр менән оло быуындан бөртөкләп тигәндәй бик күп материал йыйған. Хаҡлы ялға сыҡҡанда музей хазинаһын уҡытыусы Людмила Павловаға тапшырған.
Былтыр балалар, Ленинград өлкәһендә эҙәрмәндәр экспедицияһында ҡатнашып, Бөйөк Ватан һуғышы яуҙары үткән яландарҙан байтаҡ ҡомартҡы йыйып алып ҡайтҡан. Ҡәҙерле табылдыҡтар ҙа музей витриналарын тулыландырған.
Мәктәптең яңыртылған бинаһында музейға айырым бүлмә бирелгән.
Һүрәттәрҙә: 21 июндә Советтар Союзы Геройы Григорий Васильев иҫтәлегенә хәтер таҡтаташы асыу көнөндә ҡатнашыусылар музейға ингән; экспонаттар.