+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
26 Июнь 2024, 06:41

Фото төшөрөргә яратһағыҙ

8–11 синыф уҡыусылары, студенттар, 14 йәше тулған бөтә фотоһәүәҫкәрҙәр өсөн  Илдар Бикҡужин исемендәге "Ҡурай сәскә атҡан тыуған яғым" тигән фотоконкурс бара. Конкурс Өфө Фән һәм технологиялар университетында ойошторолған һәм 31 авгусҡа тиклем дауам итәсәк.

Фото төшөрөргә яратһағыҙФото төшөрөргә яратһағыҙ
Фото төшөрөргә яратһағыҙ

Фотоконкурстың номинациялары: "Ватанымдың йөҙҙәре", "Ватанымдың архитектураһы", "Ватанымдың тәбиғәте", "Ҡала һыҙаттары".

"Эш кешеһе" тигән темаға – һөнәр оҫталарын, эш кешеләрен сағылдырған, "Хәтер"гә – архитектура, тәбиғәт ҡомартҡыларын, тыуған яҡ гүзәллектәрен күрһәткән сюжетлы фотоһүрәттәр ҡабул ителә.

Илдар Бикҡужин (фотола) 2000 йылда БДУ-ның башҡорт филологияһы, шәреҡ һәм журналистика факультетын тамамлай. Тыуған яғын, уның тарихын, мәҙәниәтен, тәбиғәтен, йолаларын пропагандалау өсөн бик күпте эшләй. Туризмды үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Эшҡыуар, йәмәғәт эшмәкәре, "Башҡортостандың ҡунаҡсыллыҡ вәкиле". Ҡайҙа ғына эшләһә лә, иң элек фоторәссам булып ҡала. Илдар Рәшит улы быйыл апрель айында 51 йәшендә йөрәк-ҡан тамыры сиренән мәрхүм була. Ата-әсәһенең тыуған ауылы Төрөмбәттә (Ауырғазы районы) ерләйҙәр.

Фотоконкурста ҡатнашыу өсөн ғаризаны электрон почтаға ебәрергә кәрәк. Хаттың тема юлына «Мой родной край, где цветет курай» тип яҙығыҙ.

Эштәр 2024 йылдың 20 авгусына тиклем ҡабул ителә.

Конкурс тураһында бөтә кәрәкле мәғлүмәт ошонда. Конкурстың положениеһы, ғариза формаһы ла шунда.

Фото: Ильдар Биккузин ВК

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас