Эттәр араһында ла "йондоҙҙар" бар. Беҙҙең "йондоҙ" – Торин. Бордер-колли тоҡомло был этте БР Аварияларҙа ҡотҡарыу хеҙмәте хеҙмәткәре Надежда Отвесова тәрбиәләгән.
Ҡотҡарыусы булып эшләгән эттәр һәр төрлө һәләкәттәр, ҡазалар ваҡытында харабалар аҫтында күмелеп ҡалған кешеләрҙе табырға ярҙамлаша. Әлеге Торин Төркиәлә ер тетрәү һөҙөмтәһендә емереклектәр аҫтында ҡалған кешеләрҙе табышҡан һәм киң билдәлелек алған, күп рәхмәттәр ишеткән.
Күптән түгел Торинға 10 йәш тулған. Олпат, тәжрибәле эт. Кешеләрҙе лә ҡотҡара, ярыштарҙа ла ҡатнаша.
***
Ҡотҡарыусылар төрлө дисциплинала оҫталығын күрһәтте. Йәш өфөләр ярыштарға тамаша ҡылып ҡына ҡалманы, ҡотҡарыу ҡорамалдары, техника менән дә танышты. Һөнәр эйәләре, ирекмәндәр уларға беренсе ярҙам күрһәтеү сараларын өйрәтте, янғын хәүефһеҙлеге тураһында һөйләне. Балалар ҡаяға үрмәләү тренажерҙарында күнекмәләр үтте, кинологтар килтергән эттәр менән дуҫлашты.
Фотоларҙа: Торин тәрбиәсеһе Надежда Отесова менән (сығанаҡ: Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса ДК). Ҡотҡарыусылар балаларға оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе (сығанаҡ: Өфө ҡалаһы Мәғариф идаралығы).