+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
26 Июнь 2024, 09:46

Сығарылыш кисәләре уҙа

Быйыл республикала 9-сы синыфты —  50 меңдән ашыу, 11-се синыфты - 15 меңгә яҡын уҡыусы тамамлай.    

Сығарылыш кисәләре уҙаСығарылыш кисәләре уҙа
Сығарылыш кисәләре уҙа

Башҡортостандың белем усаҡтарында 28 июндә — туғыҙынсылар, 29-ында ун беренселәр өсөн сығарылыш кисәләре уҙа. Ҡыҙҙар һәм егеттәр ҡулдарына аттестат аласаҡ. Ә уҡыу алдынғыларының алтын йәки көмөш миҙал алыу мөмкинлеге бар. Алтын миҙал өсөн аттестатта тик "бишле"ләр генә булыуы шарт, шулай уҡ урыҫ теле һәм тағы бер фәндән Берҙәм дәүләт имтиханында алған балл 70-тән күберәк булырға тейеш. Көмөш миҙалға ике генә "дүртле"һе булған, урыҫ теле һәм тағы бер фәндән имтиханды 60 балға тапшырған уҡыусылар дәғүә итә.

Фото: ya.ru.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина

Сығарылыш кисәләре уҙа
Сығарылыш кисәләре уҙа
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас