+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
26 Июнь 2024, 10:09

Юғары уҡыу йорттарында ҡабул итеү кампанияһы башланды

20 июндә Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында ҡабул итеү кампанияһы башланды. Быйыл нисә бюджет урыны тәҡдим ителә? Документтар ҡабул итеү ҡасанға тиклем дауам итә? Уҡыуға алыныу тураһында бойороҡтар ҡасан баҫыла?

Юғары уҡыу йорттарында ҡабул итеү кампанияһы башландыЮғары уҡыу йорттарында ҡабул итеү кампанияһы башланды
Юғары уҡыу йорттарында ҡабул итеү кампанияһы башланды

Университеттарға документтарҙы 25 июлгә тиклем тапшырырға мөмкин. Уҡырға алыныу тураһында бойороҡтар 3-9 августа баҫылып сыға.

Башҡортостандың Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл вуздарында вуздарында 14,8 мең бюджет урыны асылған. Был республикалағы ун беренсе класты тамамлаусылар һанына тиң тиерлек.

Документтар тапшырыуға килгәндә, йылдан-йыл төрлө мәғлүмәт ресурстары ярҙамында был процедура ябайлаштырыла. Абитуриенттар документтарын «Вузға онлайн уҡырға инеү» суперсервисы менән «Дәүләт хеҙмәттәре» аша тапшырырға мөмкин. Был айырыуса икенсе ҡалалағы университетҡа инергә йыйынған йәштәргә уңайлы. Бынан тыш, быйыл күп функциялы үҙәк аша документтар биреү мөмкинлеге бар.

Шул уҡ ваҡытта ғаризаны шәхсән килеп, почта һәм юғары уҡыу йорттары сайттары аша тапшырырға мөмкин. Ғариза бюджет, шул иҫәптән маҡсатлы һәм түләүле, көндөҙгө, көндөҙгө-ситтән тороп һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәренә, бакалавриат һәм белгеслек программаларына ҡабул ителә.

Быйыл бакалавриатҡа документтар тапшырырға мөмкин, әлбиттә. Әммә илдең юғары уҡыу йорттары 2026 йылдан яңы системаға күсәсәк. Белем кимәле "юғары белем" һәм "махсус юғары белем" тип үҙгәртеләсәк. Әлегә алты вузда пилот проекты тормошҡа ашырыла.

Шулай уҡ быйыл абитуриенттар дәүләт хеҙмәттәре порталы ярҙамында эш биреүсе менән маҡсатлы йүнәлтмә менән уҡыу килешеүен төҙөй ала.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, күп кенә юғары уҡыу йорттарында БДИ һөҙөмтәләренә өҫтәмә 10 балл алыу мөмкинлеге бар. Мәҫәлән, ГТО нормаларын тапшырған һәм юғары уҡыу йорто үткәргән олимпиадаларҙа ҡатнашҡан өсөн. Шуға күрә портфолионы мәктәптә уҡыған ваҡытта уҡ туплай башларға кәрәк, сөнки бының өсөн уҡырға ингәндә өҫтәмә балдар бирелә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-06-20/v-vuzah-bashkirii-startovala-priemnaya-kampaniya-3816388

фото: Башинформ сайтынан алынды

Юғары уҡыу йорттарында ҡабул итеү кампанияһы башланды
Юғары уҡыу йорттарында ҡабул итеү кампанияһы башланды
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас