Үткән быуаттың 40-сы йылдарында Алтайҙан алып ҡайтылған 39 баш аҫыл болан үрсеп, күбәйеп киткән дә бит, тик ҡанунһыҙ 90-сы йылдарҙа браконьерҙар уларҙы тағы ҡырып бөткән. Ҡиммәтле мөгөҙҙәрен һатып аҡса эшләү ҡыҙыҡтырған.
2013 йылдан бирле Алтайҙан маралдар алып ҡайтыу ойошторолған, улар ярайһы шәп үрсей. Республикала 2,5 меңләгән баш марал иҫәпләнә.
Башҡортостан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы ҙур эш башҡара. Инә боландар вольерҙа тотола. Быҙаулағас, йәш хайуанҡайҙар нығынғансы кеше ҡарамағында йәшәй. Бер йәшлек булғас, тәбиғәткә сығарып ебәрелә. Хәҙер Бөрйән, Белорет урмандарында был аҫыл боландар күбәйеп бара.
Ҡурсаулыҡтың ВК-лағы сәхифәһендә хеҙмәткәрҙәр маралдарҙы быйыл 17 майҙа тәбиғәткә оҙатыуҙары тураһында хәбәр иткән. Бер йәшлек маралдарҙы сығарып ебәрер алдынан ҡолаҡтарына танытыу номерҙары беркетәләр, улар буйынса һәр баш хайуан тураһында мәғлүмәтте белеп була.
7 июндә ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре тағы бер ҡыуаныслы хәбәр менән уртаҡлашҡан: ике инә марал быҙаулаған.
Башҡортостандың Ҡыҙыл китабы 10 йылға бер нәшер ителә. Һәр баҫмаға индереләһе хайуандар, ҡоштар исемлеге раҫлана. 2024 йылғы баҫмаға маралды китапҡа индереү-индермәү тураһында тәбиғәт белгестәре, ғалимдар араһында байтаҡ бәхәстәр барған.
Башҡортостан Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының һирәк осраусан төрҙәр буйынса комиссияһы ағзаһы Полина Полежанкина ВК социаль селтәрендәге сәхифәһендә һөйөнсөләүенсә, аҫыл болан Ҡыҙыл китапта ҡалдырылған.
Сығанаҡ: Полина Полежанкинаның һәм Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығының ВК сәхифәләре.