+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
27 Июнь 2024, 06:53

Өфө лагерҙарында яңы сменалар башланды

«Фестиваль» балалар һауыҡтыпыу лагерындағы смена «Уңыш фестивале» тип атала. Өс аҙна буйы балалар саф һауала ял итеп, яңы дуҫтар табыр, күңеленә ятҡан шөғөлдәр менән булыр,  спорт һәм ижад менән шөғөлләнер. Ә тәбиғәт бында иҫ киткес матур.

Өфө  лагерҙарында яңы сменалар башландыӨфө  лагерҙарында яңы сменалар башланды
Өфө лагерҙарында яңы сменалар башланды

«Альбатрос»та  «Изгелек эшлә» сменаһы бара. Балалар бер-береһе менән танышты, берлектәге уйындарға ҡушылды. Вожатыйҙар «Эмоджи бум» тигән уйын ойошторҙо, был уйында балаларға йылмайликтарға ниндәй йыр йәшерелгәнен әйтергә кәрәк ине.
«Луч» лагерында ижад сменаһы башланды. Балаларға йыр, бейеү, спорт, ижад күнекмәләре  тәҡдим ителә.
«Чайка» лагерында «Бейеү территорияһы» старт алды. Төрлө бейеү стилдәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре, ижади конкурстар, флешмобтар, киске дискотекалар  лагерь программаһын байыта, балаларға һәләттәрен асырға ярҙам итә.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас