+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
27 Июнь 2024, 08:11

Йәй – сәйәхәттәр миҙгеле

Өфөләге В. Комаров исемендәге Балалар ижады һарайындағы "Туризм һәм ҡаяларға үрмәләү" берекмәһенә йөрөгән йәш туристар һәм уларҙың ата-әсәләре күнекмә сәйәхәткә сыҡҡан. Өйрәнсек сәйәхәтселәр тәжрибәле туристар ҡурсалауында Көньяҡ Уралдың Инйәр һәм Эҫем йылғаларына барған.

Йәй – сәйәхәттәр миҙгелеЙәй – сәйәхәттәр миҙгеле
Йәй – сәйәхәттәр миҙгеле

Етәксе Елена Ғөбәйҙуллина һөйләүенсә,  ҡатнашыусылар һыу туризмы техникалары, ҡотҡарыу күнекмәләре менән шөғөлләнгән. Балалар тәбиғәттә көнкүреште хәстәрләп өйрәнгән: палаткалар ҡуйған, ямғырҙан ышыҡланыу өсөн тент ҡорған, катамаран йыйған. Күңелле ял иткәндәр, гитарала уйнап йырлашҡандар, уйындар уйнағандар.

Ә "Комета" туризм ҡала үҙәгенең "Ағым" берекмәһе тәрбиәләнеүселәре рафтинг буйынса 16 йәшкә тиклемге балалар өсөн үткәрелгән Рәсәй беренселегендә ҡатнашҡан. Ярыш Свердловск өлкәһе Первоуральск ҡалаһында булған.

Бәйгеселәр Чусовой йылғаһы буйлап маршрут үткән, ағымға ҡаршы ишкән, һәр төрлө ҡаршылыҡтарҙы еңгән.

Балалар космонавт Анна Кикина менән осрашҡан.

Команда "слалом" дисциплинаһында 3-сө урынды алған.

Сығанаҡ: Өфө ҡалаһы Мәғариф идаралығының ВК сәхифәһе.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас