+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
28 Июнь 2024, 17:57

28 июнь – республиканың туғыҙынсы синыф уҡыусылары өсөн иҫтәлекле көн

Өфөнөң Киров районындағы 21-се лицейҙа тамаша залында туғыҙынсы синыф уҡыусылары, ата-әсәләр, уҡытыусылар йыйылды.

28 июнь – республиканың туғыҙынсы синыф уҡыусылары өсөн иҫтәлекле көн28 июнь – республиканың туғыҙынсы синыф уҡыусылары өсөн иҫтәлекле көн
28 июнь – республиканың туғыҙынсы синыф уҡыусылары өсөн иҫтәлекле көн

Директор Мария Ғаязова тантана сәбәпселәренә ҡотлау һүҙҙәре һәм йылы теләктәр әйтте, Финанс университетының Өфө филиалы доценты Олег Зыков  һөнәр һайлау тураһында һөйләне.

Уҡыуына етди ҡараған уҡыусылар Карина Күлбаева, Камилә Хәсәнова, Максим Царегородцев, Мария Ғүмәрова, Самира Сәйетова, Регина Хисаметдинова "отлично" билдәләренән генә торған аттестат алды.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас