+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
28 Июнь 2024, 11:02

Өфө "Балалыҡты ҡайтарыу" фестиваленә әҙерләнә

Башҡортостанда сентябрь айында «Балалыҡты ҡайтарыу» округ фестиваленең финалы үтәсәк.  Сара ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған һәм етем балаларға йәмғиәткә яраҡлашыуҙа ярҙамлашыу маҡсатында үткәрелә. Башҡортостанға Волга буйы федераль округының бөтә төбәктәренән балалар йорттарының 500-ләп тәрбиәләнеүсеһе киләсәк.

Өфө "Балалыҡты ҡайтарыу" фестиваленә әҙерләнәӨфө "Балалыҡты ҡайтарыу" фестиваленә әҙерләнә
Өфө "Балалыҡты ҡайтарыу" фестиваленә әҙерләнә

РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров – проект өсөн яуаплы кеше. Уның ҡушыуы буйынса Өфөлә фестивалгә әҙерлек барышына арналған кәңәшмә үтте.  Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев кәңәшмәгә рәйеслек итте, баш федераль инспектор Алексей Касьянов, төбәктең яуаплы министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре ҡатнашты.

Кәңәшмәлә делегацияларҙы урынлаштырыу, туҡланыуҙы, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү мәсьәләләре, саралар программаһы ҡаралды.

Әммә, федераль инспектор белдереүенсә, иң мөһиме – фестиваль балаларға оҡшарға тейеш.

Быйыл балаларҙы фестивалдә «Оҫталар», «Бала саҡ йондоҙҙары», «Аҡыл палатаһы» конкурстары, спорт ярыштары, кулинар алыш, экскурсиялар һәм дискотекалар, баскетбол турниры, һөнәри йүнәлеш дәрестәре, билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, спортсылар, блогерҙар менән оҫталыҡ дәрестәре көтә.

Шунан ҙур концерт була. Конкурстарҙа һәм ярыштарҙа еңеүселәр ҡиммәтле бүләктәр менән билдәләнәсәк.

Әлегә округ төбәктәренең балалар йорттарында фестиваль финалында ҡатнашыу өсөн иң һәләтле балалар араһында һайлап алыу конкурстары үтә.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас