+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
28 Июнь 2024, 08:33

Google Translate'та – башҡорт теле

100-ҙән ашыу телле Google Translate түләүһеҙ сервисына башҡорт теле индерелгән. Был сервиста хәҙер башҡортса текстарҙы теләгән бер телгә йә башҡа телдәгене башҡортсаға тәржемә итә алабыҙ.  

Google Translate'та – башҡорт телеGoogle Translate'та – башҡорт теле
Google Translate'та – башҡорт теле

Google Translate китаптарҙы, сайттарҙы, төрлө форматтағы документтарҙы, смстарҙы, YouTube видеоларындағы субтитрҙарҙы һә тигәнсе тәржемә итеп бирә.

Google Translate'ты башҡорт теленә Искәндәр Шакиров менән Айгиз Ҡунафин "өйрәткән".

Искәндәр Алик улы быға тиклем онлайн һүҙлектәр төҙөй торған Glosbe халыҡ-ара кроссплатформаһына башҡорт телен индереүе менән билдәле. Ә программист Айгиз Ҡунафинды аҡыллы "Һомай" колонкаһына бәйле беләбеҙ, башҡорт "Алиса"һын ул эшләгән.

Башҡорт теленең параллель корпусы барлығы эште еңеләйткән генә түгел, ғөмүмән, мөмкинлек асҡан. Параллель корпусты хасил итеүгә ирекмәндәр ҙур өлөш индергән.

Әлегә Google Translate тәржемәлә хаталар ҙа ебәрә, әммә яһалма аҡылға нигеҙләнгән бит ул – башҡортсаһын яҡшыртыр.

Сығанаҡ: Һомай телеграм-каналы.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас