*Ишембай районы Әрмет ауылында бер аҙна тирәһе яуған ямғырҙарҙан Бәләкәй Әрмет йылғаһының һыуы күтәрелгән, ауылда баҡсалар, ҡаралтылар, мөгәрәптәр, юлдар һыу аҫтында ҡалған.
*Белорет районында Инйәр, Оло Инйәр, башҡа ваҡ йылғаларҙың һыуы өс метрғаса күтәрелгән. Инйәр ауылының бер өлөшөн һыу баҫҡан, күперҙәр тирәһендә юл полотноһы йыуылған.
«Хәҙер һыу кимәле төшә башлауы күҙәтелә. Прогноз ыңғай булһа, тәүлек эсендә йылғалар кимәле төшөр тип көтөлә. Төшкәндән һуң ремонтлау-йүнәтеү эштәре башланасаҡ », — тип яҙған Белорет районы башлығы Андрей Иванюта үҙенең telegram-каналында.
*Әбйәлил районында һыу баҫыу арҡаһында Озерный – Күсем руднигы юлы ябылған.
*Салауат районында ташҡын арҡаһында Һикеяҙ йылғаһындағы ваҡытлы күпер аша транспорт йөрөшө туҡтатылған. Миәшәгәр – Торналы – Мөрсәлим юлы ваҡытлыса ябылған.
*Бөрйән районында Шүлгән мәмерйәһенә инә торған урынды һыу баҫҡан. Экскурсиялар туҡтатылған.
*Башҡортостанда яуым-төшөм, ел-дауыл килтергән бәлә-ҡазалар ваҡытында халыҡҡа тиҙ арала ярҙам һәм ҡотҡарыу ойоштороу маҡсатында МЧС-тың Башҡортостан буйынса Баш идаралығының оператив штабы төҙөлгән. Ул тәүлек әйләнәһенә эшләй. Кәрәк урында ауыр техника йәлеп ителә, халыҡты күсерергә кәрәк булһа, автобустар, ваҡытлыса урынлаштырыу биналары әҙер тора. Электр өҙөлһә, энергетиктарҙың тиҙерәк йүнәтеүен хәстәрләү, торлаҡтарға ингән һыуҙы һурҙырыу саралары күрелә.
Сығанаҡ: Башинформ.