+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
29 Июнь 2024, 16:22

Өфө йәштәре тураһында нейроселтәр клип төшөргән

Өфө мэры Ратмир Мәүлиев социаль селтәрҙәрҙә Йәштәр көнө менән ҡотлау яҙған һәм, баш ҡаланың 450 йыллығына арнап, Өфө йәштәре тураһында нейроселтәр ижад иткән бик матур клипты тәҡдим иткән.

Өфө йәштәре тураһында нейроселтәр клип төшөргәнӨфө йәштәре тураһында нейроселтәр клип төшөргән
Өфө йәштәре тураһында нейроселтәр клип төшөргән

Ратмир Мәүлиевтың ҡотлауы:

"Өфөнөң йәш быуыны иң ижадкәр һәм перспективалы булыуы менән ғорурланам. Әүҙемдәр, ғәмлеләр, ижадсылар  – ҡалабыҙҙың йөҙөн нәҡ йәштәр хасил итә, уға яңы энергия өрә һәм киләсәген билдәләй.

Һеҙҙең алдығыҙҙа иҫәпһеҙ-һанһыҙ мөмкинлектәр һәм перспективалар асыҡ.  Алға барығыҙ, пландарығыҙҙы ҡыйыу тормошҡа ашырығыҙ! Байрам менән, дуҫтар!"

Өфө мэры, МЕГА сауҙа үҙәге биләмәһендә бөгөн йәштәр өсөн концерт ойошторолоуы тураһында хәбәр итеп, 2020 йылда асылған МЕГА паркына байрам булмағанда ла барырға тәҡдим итә. 2,3 гектарлыҡ был парк Башҡортостан тәбиғәтенең гүзәллеген үҙенә туплаған. Унда ағастар, йәшел ҡалҡыулыҡтар, йөрәк рәүешендәге быуа,  шарлауыҡ, шулай уҡ балалар  майҙансығы, скейт-парк бар.

Сығанаҡ: Ратмир Мәүлиевтың ВК сәхифәһе.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас