Өйҙә хужабикә менән ике йәштән ун дүрт йәшкә тиклемге биш бала була. Бөтәһе лә йоҡларға ятҡан. Нимәнеңдер сытырлап яна башлағанын Эльвина ишетеп ҡала. Электр щитына ут тоҡанған икән. Өйгә төтөн тулып бара. Ҡыҙ ҡысҡырып ебәрә, әсәһен уята. Розетканан оҙайтҡысты тартып ала, ә уға туңдырғыс, һыуытҡыс, һыу эҫеткес, кер йыуыу машинаһы тоташтырылған була. Шунан Эльвина бүлмәгә инә һалып, тәҙрәне аса ла кескәйҙәрҙе тәҙрәнән тышҡа сығара. Әсәһе йәһәт кенә тыштан шланг алып инеп, уны һыу кранына тоташтырып, яна башлаған утты һүндерә. Янғын һүндереүселәр килеп етеүгә хәүеф бөтә.
Күрҙегеҙме, ығы-зығыға бирелмәй генә йәһәтләп дөрөҫ ғәмәлдәр башҡарыу ғаиләне һәләкәттән ҡотҡарған.
Башҡортостан буйынса МЧС-тың Баш идаралығы Эльвинаға награда биреү өсөн документтар әҙерләй башлаған.
Фотола: Эльвина һеңлеһе менән.
Сығанаҡ: Башинформ.