Байрамда БР Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Өфө мэрының беренсе урынбаҫары Сергей Кожевников, Киров район хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов, Дим һәм Калинин райондары башлыҡтары Антон Тарасов, Ғәзизйән Әхмәтйәнов, депутаттар, дин әһелдәре, спортсылар, баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары ҡатнашты.
Етәкселәр ҡотлауҙарын һәм матур теләктәрен еткерҙе.
Профессиональ спортсылар, шулай уҡ теләге булған башҡа һәр кем көрәш, мас-рестлинг, арҡан тартышыу, суҡмар һелтәү, шашка, пейнтбол, гер күтәреү, тоҡ менән һуғышыу, ГТО тапшырыу кеүек ярыштарҙа көс һынашты.
Байрам сәхнәһендә БАССР-ҙың халыҡ артисткаһы Нәзифә Ҡадирова, Башҡортостандың халыҡ һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Әнүәр Нурғәлиев, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марат Шәйбәков и Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүе ансамбле сығыш яһаны.
Башҡорт милли кейеме тегеү, маскировка селтәре үреү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте. "Герой Әсәһе", "Рәсәй Геройҙары" тигән күргәҙмәләр эшләне
Фото-зоналарҙа халыҡ фотоға төштө. Бәләкәстәр "Балалар һабантуйы" тигән майҙансыҡта уйнаны.
Сығанаҡ:Киров районы хакимиәтенең ВК сәхифәһе.