Баймаҡ районынан «Гром» позывнойлы махсус хәрби операция яугире ҡыҫҡа ваҡытлы ялында һеңлеһен 9-сы класты тамамлауы менән ҡотлаған. Был турала Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙенең телеграм-каналында яҙа.
Фәнис Әминев һүҙҙәренсә, яҡташыбыҙ бөгөн өйөнә ҡайтҡас та Халыҡ ижады үҙәгенә — туғыҙынсыларҙың сығарылыш кисәһенә килгән.
«Мәктәп тамамлаусыларға аҡ юлдар, уңыштар, һаулыҡ һәм бәхет теләйем! Яугирҙәргә ныҡлы һаулыҡ, тиҙерәк еңеү менән иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!», — тине Фәнис Әминев.