+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
1 Июль 2024, 05:50

“ПРОФФест. Рәсәйҙә эш. Мөмкинлектәр ваҡыты” йәрминкәһе үтте

28 июндә республикала Бөтә Рәсәй “Проффест. Рәсәйҙә эш. Мөмкинлектәр ваҡыты” эшкә  урынлаштырыу йәрминкәһенең федераль этапы үтте.

“ПРОФФест. Рәсәйҙә эш. Мөмкинлектәр ваҡыты” йәрминкәһе үтте“ПРОФФест. Рәсәйҙә эш. Мөмкинлектәр ваҡыты” йәрминкәһе үтте
“ПРОФФест. Рәсәйҙә эш. Мөмкинлектәр ваҡыты” йәрминкәһе үтте

Йәрминкәлә  төрлө предприятие-ойошмалары үҙҙәрендә кәрәкле һөнәрҙәр буйынса вакансиялар тәҡдим итте.  Был көндө эш эҙләүселәр төрлө, дөйөм туҡланыу, етештереү, хеҙмәттәр күрһәтеү кеүек өлкәләрҙә үҙҙәренә хеҙмәт урын табыу мөмкинлеге булды. 

Йәрминкәлә ҡаланың 20 предприятиеһы,  Мәләүез күп профилле һөнәри белем биреү һәм Мәләүез индустриаль  колледжы, шулай уҡ Йәштәр инновация ижады үҙәге ҡатнашты.

Эш эҙләүселәр, студент һәм уҡыусылар предприятие вәкилдәре менән туранан-тура аралашты, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды. Эш тәҡдим итеүселәр хеҙмәт шарты, льгота, социаль ярҙам  тураһында мәғлүмәт бирҙе.

 

“ПРОФФест. Рәсәйҙә эш. Мөмкинлектәр ваҡыты” йәрминкәһе үтте
“ПРОФФест. Рәсәйҙә эш. Мөмкинлектәр ваҡыты” йәрминкәһе үтте
“ПРОФФест. Рәсәйҙә эш. Мөмкинлектәр ваҡыты” йәрминкәһе үтте
“ПРОФФест. Рәсәйҙә эш. Мөмкинлектәр ваҡыты” йәрминкәһе үтте
“ПРОФФест. Рәсәйҙә эш. Мөмкинлектәр ваҡыты” йәрминкәһе үтте
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас