+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
2 Июль 2024, 08:59

Ата-әсәләре кем? Уҡыусылар мемориаль постаментты боҙған

Полиция хеҙмәткәрҙәре ғәйеплеләрҙе шунда уҡ асыҡлай. Балалар үҙҙәренең хатаһын таныған һәм аңлаған.

Ата-әсәләре кем? Уҡыусылар мемориаль постаментты боҙғанАта-әсәләре кем? Уҡыусылар мемориаль постаментты боҙған
Ата-әсәләре кем? Уҡыусылар мемориаль постаментты боҙған

Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнөн байрам иткән көндө, Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында вандалдар яугир-интернационалист мемориаль постаментын боҙған. Хулигандар плитәләрҙе ватты, тип хәбәр итте социаль селтәрҙә хакимиәт башлығы Дәмин Юланов. Полиция хеҙмәткәрҙәре ғәйеплеләрҙе шунда уҡ асыҡлай. Балалар үҙҙәренең хатаһын таныған һәм аңлаған. Хәҙер улар һәм уларҙың ата-әсәләре менән профилактик эш алып барыла.

Ололарҙы үҙ балалары менән иҫкәртеү буйынса әңгәмәләр үткәреүҙәрен һорайбыҙ. Беҙ бит илебеҙҙең киләсәген үҫтерәбеҙ һәм тап бала саҡтан Ватанға, тәртипкә һәм намыҫлылыҡҡа һөйөү тәрбиәләргә кәрәк, - тип мөрәжәғәт итте Дәмин Юланов.

Фото: Дәмин Юланов/vk.com 

Ата-әсәләре кем? Уҡыусылар мемориаль постаментты боҙған
Ата-әсәләре кем? Уҡыусылар мемориаль постаментты боҙған
Автор:
Читайте нас