+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
2 Июль 2024, 07:45

Иғтибар! Өфөлә йылғаларҙың ташыуына бәйле һыу инеү тыйылды

Көслө ямғырҙар Ағиҙел һәм Өфө йылғаларының күтәрелеүенә сәбәпсе булды.

Иғтибар! Өфөлә йылғаларҙың ташыуына бәйле һыу инеү тыйылдыИғтибар! Өфөлә йылғаларҙың ташыуына бәйле һыу инеү тыйылды
Иғтибар! Өфөлә йылғаларҙың ташыуына бәйле һыу инеү тыйылды

Көслө ямғырҙар Ағиҙел һәм Өфө йылғаларының күтәрелеүенә сәбәпсе булды. Шуға баш ҡаланың рәсми пляждарында ла һыу инеү тыйыла.

«Һыу ташҡанда ағым көслө, һыу аҫтында төрлө сүп-сар булырға мөмкин, һыуҙың сифаты насарая — быларҙың барыһы ла хәүеф менән янай»,— тип белдерҙеләр граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.

«Башинформ» Башҡортостандың дүрт ауылын һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-07-02/vnimanie-v-ufe-vveli-zapret-na-kupanie-iz-za-pod-ema-urovnya-vody-v-rekah-3831380

Рәзил Бикбулатовтың фотоһы

Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас