2 июль көнө Өфө фән һәм технологиялар университетында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса III федераль олимпиада еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһы ойошторолдо. Ысын мәғәнәһендәге туған тел байрамы уҡыусыларыбыҙҙың күңелендә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Олимпиада юғары кимәлдә үтте. Уның һайлап алыу этабында йәмғеһе 860 уҡыусы ҡатнашһа, 363-ө икенсе этапта ҡатнашыу хоҡуғына лайыҡ булды. Еңеүсе һәм призёрҙар исемлегенә гимназиябыҙҙың 8-11 класс уҡыусылары Кәлиева Наҙгөл, Сәғәҙәтова Вилена, Сөләймәнова Эльвира, Кәримова Алһыу һәм Шәрипова Наҙгөл инде.
Әйтергә кәрәк, федераль олимпиада еңеүселәре һәм призлы урын яулаусылар (урыҫ теленән БДИ һөҙөмтәһе 75 балдан кәм булмағанда) Өфө фән һәм технологиялар университетына имтиханһыҙ ҡабул ителә, йыл дауамында ай һайын 58 000 һум стипендия ала, ҡунаҡхана тибындағы дөйөм ятаҡҡа урынлаштырыла.
Еңеүсе ҡыҙҙарыбыҙҙы уңыштары менән ихлас ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә яңынан-яңы үрҙәр теләйбеҙ! Уларҙы әҙерләүсе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Бикбаева Лилиә Ғилметдин ҡыҙы һәм Шакирова Нурзилә Дәүләтгәрәй ҡыҙы йәш быуынды рухлы, илһөйәр һәм телһөйәр итеп үҫтереүҙә тос өлөш индергәндәре өсөн Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
#егерменселәр