+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
6 Июль 2024, 07:20

Башҡортостандан полицейский ғаиләһе өсөн фотоконкурста тауыш бирергә мөмкин

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө алдынан Рәсәй Эске эштәр министрлығының территориаль органдарында ошо байрамға арналған тантаналы саралар ойошторолдо. Ведомствоның рәсми сайтында «Полиция ғаиләһе» тигән фотоконкурсы үткәрелә.

Башҡортостандан полицейский ғаиләһе өсөн фотоконкурста тауыш бирергә мөмкинБашҡортостандан полицейский ғаиләһе өсөн фотоконкурста тауыш бирергә мөмкин
Башҡортостандан полицейский ғаиләһе өсөн фотоконкурста тауыш бирергә мөмкин

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө алдынан Рәсәй Эске эштәр министрлығының территориаль органдарында ошо байрамға арналған тантаналы саралар ойошторолдо. Ведомствоның рәсми сайтында «Полиция ғаиләһе» тигән фотоконкурсы үткәрелә. Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы фотоһүрәт билдәләнә.

Башҡортостандан фотоконкурста Шәйхуллиндар ғаиләһе: Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бәләбәй районы буйынса бүлеге дознавателе, полиция капитаны Анастасия Григорьевна һәм Башҡортостан Эске эштәр министрлығы эксперт-криминалистика үҙәгенең 8-се район-ара бүлеге эксперты, полиция капитаны Радик Рауил улы ҡатнаша. Республикала йәшәүселәрҙән яҡташтарыбыҙҙың фотоһы өсөн тауыш биреүҙәрен һорайҙар.

Тауыш биреү 9 июлдә урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 10-да тамамлана.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-07-05/vse-zhelayuschie-mogut-progolosovat-v-fotokonkurse-za-politseyskuyu-semyu-iz-bashkirii-3836616

Автор:Ксения Калинина
Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас