+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
7 Июль 2024, 05:20

70 йәшлек IT-чемпион!

Хәйбулла районынан 70 йәшлек Салауат Юлдашбаев пенсионерҙар араһында  компьютер спорты буйынса XIII Бөтә Рәсәй чемпионатында еңеүсе тип танылды

70 йәшлек IT-чемпион!70 йәшлек IT-чемпион!
70 йәшлек IT-чемпион!

Райондан 70 йәшлек Салауат Юлдашбаев пенсионерҙар араһында  компьютер спорты буйынса XIII Бөтә Рәсәй чемпионатында еңеүсе тип танылды.

Чемпионат Мәскәүҙә дистанцион форматта үтте. IT-чемпионат  күп йылдар инде бөтә Рәсәй буйынса меңләгән хаҡлы ялдағылар өсөн көтөп алған ваҡиға. Был сара  оло быуын һәм мөмкинлеге сикләнгәндәр араһында компьютер технологияларын популярлаштырыу, уларҙы мәғлүмәти мөхиткә йәлеп итеү маҡсатында ойошторола. Финалистар смартфонда эшләү, һанлы мөхиттә финанс белемен күһәтеү, Яндекс  эҙләү системаһында эшләү буйынса эш тәжрибәләрен күрһәтте. Салауат Рафайыл улын еңеү менән ҡотлайбыҙ!

Автор:Марьям Имангулова

https://haibh.ru/news/y-m-i-t/2024-07-04/70-y-shlek-it-chempion-3835206 

Автор:"Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенән
Читайте нас