+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
10 Июль 2024, 06:53

Был балалға нимә етмәй?

16 йәшлек үҫмер Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәренән ҡасырға маташҡан. Видео:

Был балалға нимә етмәй?Был балалға нимә етмәй?
Был балалға нимә етмәй?

Салауат ҡалаһында дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре эҙәрлекләү ваҡытында бәлиғ булмаған водителде ҡулға ала. Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ГАИ хеҙмәткәрҙәре ВАЗ-21074 автомобилен күреп ҡала, уның водителе көтмәгәндә тиҙлекте арттыра һәм ҡасырға маташа. Полиция хеҙмәткәрҙәренең законлы туҡтатыу талаптарын ул һанға һуҡмай. Тиҙҙән эҙәрлекләү һөҙөмтәһендә тәртип боҙоусы ҡулға алына.

Руль артында 16 йәшлек үҫмер, уның Мәләүез районынан икәне асыҡлана. Законлы вәкиле ҡатнашлығында тикшереү үткәргәндә алкотестер приборы һулыш һауаһында 0,127 мг/л алкоголдең рөхсәт ителгән нормаһын күрһәтә. Полиция хеҙмәткәрҙәре транспорт сараһы менән идара итеү хоҡуғына эйә булмаған водитель идара иткән өсөн һәм полиция хеҙмәткәренең транспорт сараһын туҡтатыу тураһындағы законлы талабын үтәмәгән өсөн административ материалдар төҙөй, тип хәбәр иттеләр БР Дәүләт автоинспекцияһында.

Ҡағиҙә боҙоусының машинаһын штрафстоянкаға ҡуялар.

Автор:
Читайте нас