Синоптиктар фаразы буйынса, дүшәмбе, 15 июлдә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, йәшен көтөлә. Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы +22,+27° тәшкил итә.
Шишәмбе, 16 июлдә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, йәшен йәшнәй. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, йәшен ваҡытында көслө. Термометр бағаналары төндә +13,+18°, көндөҙ +20+,25° күрһәтәсәк.
Шаршамбы, 17 июлдә, төндә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә +12,+17°, көндөҙ +22,+27°.
Фото: Рәзил Бикбулатов