Башҡортостанда 2024 йылда Берҙәм дәүләт имтиханы йомғаҡтары буйынса 153 иң юғары һөҙөмтә теркәлгән. Сағыштырыу өсөн: 2023 йылда 82 эш йөҙ балл менән баһаланған. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә төбәктең мәғариф һәм фән министры вазифаһын башҡарыусы Альберт Йәримов хәбәр итте.
– 153 йөҙ баллы эште 142 кеше яҙған, шуларҙың бишәүһе – үткән йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары. Ун бер кеше ике предметтан максималь һөҙөмтә күрһәтте, йәғни ике тапҡыр йөҙ баллы һөҙөмтәгә иреште, – тип һөйләне Альберт Йәримов.
2024 йылда республикала урта дөйөм белем биреү программалары буйынса барлығы 15 меңдән ашыу кеше БДИ тапшырған. Уҡыусылар иң күбе профилле математика һәм йәмғиәтте өйрәнеү, шулай уҡ информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары предметтарын һайлаған.
Альберт Йәримов билдәләүенсә, 2024 йылда Берҙәм дәүләт имтиханы ваҡытында бер нисә яңылыҡ индерелгән, шул иҫәптән имтихандар үткәреү пункттарында материалдарҙың тулы комплектын сканер аша үткәрә башлағандар. Һөҙөмтәлә эштәрҙе Төбәк мәғлүмәт эшкәртеү үҙәгенә туранан-тура йүнәлтеү, процесты күпкә асығыраҡ һәм объективыраҡ итеү мөмкин булған.
Шулай уҡ 11-се класты тамамлаусылар өҫтәмә имтихан көндәрендә – 4 һәм 5 июлдә – үҙ теләге буйынса уҡыу предметтарының береһе буйынса имтиханды ҡабаттан тапшыра алды. Бындай мөмкинлек Рәсәй Президенты Владимир Путин инициативаһы буйынса булдырылды. Башҡортостанда уның менән 2,5 меңдән ашыу кеше файҙаланған.
Альберт Йәримов, төбәк Башлығы указына ярашлы, Берҙәм дәүләт имтиханын йөҙ балға яҙған уҡыусыларҙы әҙерләгән уҡытыусылар 50 мең һум күләмендә премия ала, тип иҫкә төшөрҙө. Бынан тыш, Башҡортостанда 2021 йылдан алып донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенә ҡараған юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингән бындай уҡыусылар өсөн республика Башлығының 150 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған премияһы ғәмәлдә.
– Июнь айында мин Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы еңеүселәре һәм призерҙары менән осраштым. Быйыл улар ҙа, БДИ буйынса йөҙ балл алыусылар кеүек үк, ике тапҡырға күберәк, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Был урта белемде модернизациялау буйынса барлыҡ тырышлыҡтарыбыҙҙың һөҙөмтә биреүен күрһәтә. Уҡытыусыларға, Мәғариф һәм фән министрлығы етәкселегенә имтихандарҙы яҡшы ойошторғандары өсөн ҙур рәхмәт. Алға барабыҙ.
Төбәк етәксеһе шулай уҡ Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы һәм башҡа төбәк-ара конкурстар еңеүселәренә премияларҙы арттырыу мөмкинлеген ҡарарға ҡушты.