Башҡортостан ҡотҡарыусылары фатирҙа ярғанатты тотҡан.
Бөгөн төндә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусыларына Белореттың Твердышев урамындағы күп фатирлы йорттоң халҡы мөрәжәғәт итә. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, төндә фатирға ярғанат килеп инә. Ҡотҡарыусылар адресҡа оператив рәүештә килә, саҡырылмаған ҡунаҡты тотоп иреккә ебәрә.
"Хайуан зыян күрмәгән", - тип билдәләнеләр дәүләт комитетында. Улар үҙҙәре һөжүм итмәй, әммә һаҡланыу маҡсатында, башҡа ҡырағай хайуандар кеүек үк, тешләргә мөмкин.
Фото:госкомитет РБ по ЧС