"Эш биреүселәр үҫмерҙәргә вожатый, һатыу буйынса менеджер ярҙамсыһы, ярымфабрикаттарҙы тултырыусы, курьер булып эшләргә, биләмәләрҙе төҙөкләндереү, иген ағымында эшләргә тәҡдим итәсәк. Каникулда эшләргә теләгән балаларға ышаныслы һәм һыналған эш биреүсене табырға мәшғүллек үҙәктәре белгестәре ярҙам итәсәк. Уларға „Рәсәй Эше“ интерет порталы аша ла мөрәжәғәт итергә мөмкин», — тип һөйләне ул.
Шулай уҡ беҙ ауҡыусыларыбыҙҙан балалар каникул ваҡытында эшләргә тейеш тип иҫәпләйҙәрме, әллә юҡмы икәнлеген асыҡларға булдыҡ. Фекерҙәр төрлөсә.
Миләүшә, 40 йәш: “Минеңсә, үҫмерҙәргә уҡыуҙан һәм төрлө түңәрәктәрҙән тыш буш ваҡытта эшләү файҙалы. Шулай итеп, улар, беренсенән мәшғүл буласаҡ, урамда эшһеҙлектән ҡаңғырып йөрөмәйәсәк һәм насар ғәҙәттәргә лә ваҡыттары ҡалмаясаҡ. Икенсенән, улар аҡсаның ҡәҙерен беләсәк һәм ата-әсәләре һатып алған йәки бүләк иткән әйберҙәргә һаҡсыл ҡараясаҡ. Өсөнсөнән иһә үҫмерҙәрҙең шәхси ихтыяждары һәм теләктәре өсөн үҙ аҡсалары барлыҡҡа киләсәк. Әлбиттә, ата-әсәләр буш аҡсаға нимә һатып алыуын контролдә тоторға тейеш тип уйлайым”.
Азат, 33 йәш: "Балалар эшләргә тейеш түгел, тип иҫәпләйем. Йәйгеһен мәктәптән ял итергә баштарын әҙерәк елләтеп алыр өсөн каникул бирелгән бит инде. Минең уйлауымса улар киләсәктә лә эшләп өлгөрәсәк. Балалыҡ ваҡытының ҡәҙерен белеп атай-әсәй янында иркәләп кенә йөрөй торған ваҡыт бит инде”.
Алтынай, 14 йәш: " Мин 13 йәшемдән алып листовкалар таратам, буш ваҡытымда. Әлбиттә, өй янында ғына торам. Сәғәтенә - 200 һум түләйҙәр. Ике сәғәт торам. Уҡыған ваҡытта, мин икенсе сменала уҡығас, иртән сығып тора инем. Ауылға өләсәйҙәргә ҡайтһам да тик ятмайым, картуф утайым, йәшелсәләргә һыу һибәм, ҡош-ҡорт ҡарашам".
Фото:интернеттағы асыҡ сығанаҡтан алынды.