+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
16 Июль 2024, 06:41

Лагерь сменаһын ваҡытынан алда ябырға тура килде

Һыу килеүен дауам итә һәм лагерға илткән берҙән-бер юлды һыу баҫа. 44 кеше, шул иҫәптән 31 бала, төндә "Мораҙым”да ҡала.

Лагерь сменаһын ваҡытынан алда ябырға тура килдеЛагерь сменаһын ваҡытынан алда ябырға тура килде
Лагерь сменаһын ваҡытынан алда ябырға тура килде

12 июлдән республикала көслө ямғыр яуҙы. Күп яуым-төшөм арҡаһында бер юлы бер нисә йылға ярҙарынан сыға. Республиканың бер нисә районында ауылдар һыу баҫыу зонаһына эләгә, ә Оло Эйек йылғаһында һыу кимәле тиҙ үҫә башлағас Күгәрсен районының “Мораҙым” балалар һауыҡтырыу лагеры һыу баҫыу ҡурҡынысы аҫтында ҡала. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре балаларҙы һәм персоналды эвакуациялауҙы ойоштора.

Шул уҡ көндөң кисенә 49 кеше, шул иҫәптән 46 бала автобус менән сығарыла. Һыу килеүен дауам итә һәм лагерға илткән берҙән-бер юлды һыу баҫа. 44 кеше, шул иҫәптән 31 бала, төндә "Мораҙым”да ҡала. Балалар төшөнкөлөккә бирелмәй һәм зарланмай, хатта дискотека ойошторалар. Бәхеткә күрә, бер кем дә зыян күрмәгән. Икенсе көндө иртән ҡалған ял итеүселәрҙе һәм хеҙмәткәрҙәрҙе кәмәләр менән алып сығалар. Балаларҙы өйҙәренә ебәрергә һәм сменаны ваҡытынан алда ябырға ҡарар ителә.

Фото: МЧС по РБ

 

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас