+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
16 Июль 2024, 08:29

Һыуһынды ҡандырыусы эсемлектәр

Лимонад.  Ярты лимон, 1 литр газлы таҙа һыу, 5 ҡалаҡ шәкәр, боҙ. Лимондың һутын һығып, ҡабығын ҡырып, эсен иҙеп, кувшинға һалып, шәкәр менән һыуҙы өҫтәп, яҡшылап болғатырға. Стакандарға ҡойоп, махсус һауытта туңдырылған боҙ киҫәктәрен һалып эсергә.

Һыуһынды ҡандырыусы эсемлектәрҺыуһынды ҡандырыусы эсемлектәр
Һыуһынды ҡандырыусы эсемлектәр

Инглизсә коктейль

Яңы ғына бешерелгән 120 мл ҡара сәй, 150 г ҡурай еләге, онталған боҙ, 1 балғалаҡ шәкәр, бөтнөк, лимон киҫәге алына.

Бокалға боҙҙо һалырға, ҡурай еләге һутын һығырға. Биҙәү өсөн бер нисә еләкте алып ҡалырға онотмағыҙ. Сәйгә шәкәр өҫтәп болғатҡас, бокалдағы боҙ өҫтөнә ҡойорға, еләк һутын өҫтәргә. Эсемлекте бөтнөк япраҡтары, лимон киҫәге, еләк менән биҙәргә.

Ҡарбуздан фреш

330 г ҡарбуз, 1 ҡалаҡ лимон һуты кәрәк.

Ҡарбуз киҫәген блендер менән иҙгәс, лимон һуты өҫтәп, бокалдарға һалып, өҫтөн ҡарбуз телеме менән биҙәргә.

Туңдырма менән эсемлек

150 г еләк, 50 г туңдырма, бер нисә киҫәк боҙ, 1 банан.

Бананды ваҡ итеп турап, еләк һәм боҙ киҫәктәрен һалып, блендер менән иҙергә. Был ҡатнашманы стакан йәки бокалға һалғас, өҫтөн ҡалаҡ менән шар кеүек итеп алынған туңдырма менән биҙәргә.

Компот.

Уны төрлө емеш-еләк менән ҡарағат, бөтнөк япраҡтарын һалып ҡайнатһаң, бына тигән витаминлы эсемлек була. Ул һыуһынды бик тиҙ баҫасаҡ.

Дуҫтар, йәйге селләлә йылыраҡ йәки һалҡын һыу һәйбәт, әммә туңдырылған, боҙло һыу эсергә ярамай!!! Ябай һыуҙы ҡулланыу күпкә отошло. Бер стаканға бер телем лимон киҫәге һалып эсеү ҙә һыуһынды баҫасаҡ.

Сәлимә Ҡаранаева әҙерләне.

Фото: асыҡ интернеттан алынды.

Һыуһынды ҡандырыусы эсемлектәр
Һыуһынды ҡандырыусы эсемлектәр
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас