+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
17 Июль 2024, 09:57

Башҡортостан флагы менән имтиханға барҙым!

Хәйбулла районы Әбеш ауылының Советтар Союзы Геройы Ҡәйүм Әхмәтшин исемендәге мәктәбенең XI сығарылыш синыф уҡыусыһы Айзилә Әминева берҙәм дәүләт имтиханынына Башҡортостан Республикаһының дәүләт флагын тотоп килгән.

Башҡортостан флагы  менән имтиханға барҙым!Башҡортостан флагы  менән имтиханға барҙым!
Башҡортостан флагы менән имтиханға барҙым!

– Сәләм Айзилә, үҙең менән таныштыр әле.

– Мин Хәйбулла районының Оло Әбеш ауылында 2006 йылда ғаиләлә өсөнсө бала булып донъяға килгәнмен. Мине һөйөп, наҙлап ҡына үҫтергән атайым, әсәйем , ике ағайыма арҡаланып ҡына йәшәйем, Аллаға шөкөр!

– БДИ-ға үҙ аллы әллә әҙерләндеңме, әллә репититор ярҙамындаы? Башҡорт теленән әҙерләнеүеме ҡыйын булдымы, әллә башҡа фәндән әҙерләнеүеме?

– Имтихандарға уҡытыусыларым менән һәм үҙ аллы әҙерләндем. Башҡорт теле миңә бик еңел бирелә, республика кимәлендә олимпиадаларҙа ла ҡатнашып торҙом.

Иң ауыры математиканан әҙерләнеү булды, ныҡ ҡына тырыштым һәм “5” кә тапшырҙым.

–Уҡырға ҡайҙа барыуыңды хәл иттеңме?

– Алла бирһә, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт университетының башҡорт-инглиз теле бүлегенә  уҡырға инергә теләйем.

– Тағы ла нимәләр менән мауығаһың?

– Һүрәт төшөрөү менән мауығам ,волейбол уйнарға,саңғыла йөрөргә яратам. Бейеү түңәрәгенә йөрөйөм, төрлө телдәрҙә йырларға яратам. Фото төшөрөү, видеояҙмалар эшләү оҡшай. Техника ҡыҙыҡһындыра. Донъялар шул хәтлем матур, бар нәмәгә ғашиҡмын.

– Тиҫтерҙәреңә ниндәй кәңәштәр бирер инең?

– Тиҫтерҙәремә иҫ киткес матур илемдең, һоҡланғыс халҡымдың ысын патриоттары булыуҙарын теләйем. Мин үҙ илемдең патриоты булғанға, сикһеҙ яратҡанға башҡорт теленән БДИ тапшырырға ла мәктәкә Башҡортостаныбыҙҙың флагын тотоп барҙым!

– Уҡытыусыларыңа бик тә рәхмәтлеһеңдер?

– Беҙҙең Әбеш мәктәбендә ныҡ көслө,  үҙ эшенең оҫтаһы булған уҡытыусылар эшләй, улдарҙың һәр береһенә рәхмәтем ҙур!

Сәлимә Ҡаранаева әңгәмәләште.

Башҡортостан флагы  менән имтиханға барҙым!
Башҡортостан флагы менән имтиханға барҙым!
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас