+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
17 Июль 2024, 10:08

Талҡаҫ буйы гөрләп тора балаларҙың шат тауышынан!

Йәй – ул балаларҙың тәбиғәт ҡосағында кемдер ауылда, кемдер балалар лагерында, кемдер сәйәхәттә ял и теп, рәхәтләнеп һыу инеп йырлап-бейеп, туғандары, дуҫтары менән аралашып, ауылда йәәгән олатай-өләсәһенә ярҙам итеп, күңелле үткәрә торған мәл. Баймаҡ районының хозур ерендә, Талҡаҫ күле буйында урынлашҡан, 1956 йылдан бирле уңышлы эшләп килгән “Орленок” балалар ял һәм һауыҡтырыу лагеры ла – шундай ял урындарының береһе.

Талҡаҫ буйы гөрләп тора балаларҙың шат тауышынан!Талҡаҫ буйы гөрләп тора балаларҙың шат тауышынан!
Талҡаҫ буйы гөрләп тора балаларҙың шат тауышынан!

Быйыл лагерҙа Баймаҡ төбәгенән, Сибай, Өфө, Мәскәү, Магнитогорск ҡалаларынан, шулай уҡ Өфө районынан килгән балалар рәхәтләнеп ял итә, яңы дуҫтар таба, йәйге көндөң матурлығынан, йылыһынан кинәнә. Ана бит әллә ҡайҙан уҡ балаларҙың шат тауышы, дәртле йыр-көйҙәре, ихлас көлөүҙәре Талҡаҫ буйын яңғыратып тора.

Лагерь директоры Әлфиә Ураҙаева әйтеүенсә, балаларҙың һаулығын нығытыу һәм ялын файҙалы үткәреү өсөн уңайлы шарттарҙа былтыр  600 бала ял итһә, быйыл да шул сама булыр тип көтөлә. Балалар бөтә уңайлыҡтары булған корпустарҙа йәшәй, аҙнаһына ике тапҡыр мунса яғыла, алты тапҡыр ашатыу ҡаралған.

– Тәрбиәселәребеҙ һәм сараларҙы алып барыусыбыҙ көн һайын балаларҙың ялын ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп үткәреү өсөн тырыша. Ашнаҡсылар бешергән тәмле аштар һәр кемдең күңеленә хуш килә. Бында ял итеүселәрҙең бошоноп ултырырға йә иһә телефонда соҡсонорға һис тә ваҡыты юҡ, бер сара тамамланыуға, икенсеһе башлана.

Ғөмүмән, лагерь тормошо ҡайнап тора. Һәр төрлө сараларҙа көстәрен һанап, уйнап-көлөп, яңы дуҫтар табып, каникулдарын бик матур үткәрәләр балалар.

Бында ял иткән балаларҙың бер-береһе менән шул тиклем дуҫлашҡаны күҙгә күренеп торҙо. Смена тамамланғандан һуң ҡайһылары илай-илай яңы тапҡан дуҫтары менән айырылыша, ти директор.

Һәр кемдең дә бала сағы шундай йылы иҫтәлектәргә бай булһын!

Сәлимә Ҡаранаева.

Фото: лагерҙың интернет төркөмөнән алынды.

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас