Бөгөн Матуғат йортонда, Совет район хакимиәте башлығы Айҙар Базғутдинов журналистар менән осрашты. Аралашыу "түңәрәк өҫтәл" форматында үтте һәм хакимиәт башлығы райондың социаль-иҡдисади үҫеше, киләсәккә пландары менән таныштырҙы һәм журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.