+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
19 Июль 2024, 07:06

Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыуға батып барған кешене ҡотҡарған өс яҡташыбыҙҙы бүләкләй

Башҡортостандан 17 йәшлек Даниил Тураев, 16 йәшлек Максим Гришуков һәм 16 йәшлек Айҙар Хәбиров Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының ведомство наградаларына тәҡдим ителә.

Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыуға батып барған кешене ҡотҡарған өс яҡташыбыҙҙы бүләкләйРәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыуға батып барған кешене ҡотҡарған өс яҡташыбыҙҙы бүләкләй
Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыуға батып барған кешене ҡотҡарған өс яҡташыбыҙҙы бүләкләй

Башҡортостандан 17 йәшлек Даниил Тураев, 16 йәшлек Максим Гришуков һәм 16 йәшлек Айҙар Хәбиров Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының ведомство наградаларына тәҡдим ителә. Был турала министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 17 июлдә Наратаҫты ауылы эргәһендәге Шаран һыуһаҡлағысында өс егет 49 йәшлек ирҙе ҡотҡарған. Егеттәр һыуһаҡлағыс ярында ял иткән ваҡытта иҫерек ирҙең һыу төшкәнен күргән. Ҡапыл ул күҙҙән юғалған. Улар шунда уҡ уға ярҙамға ташланған һәм ярға һөйрәп сығарған.

Даниил — Туймазы юридик колледжының беренсе курсы студенты, Максим һәм Айҙар — 9-сы класс уҡыусылары. Уларҙың барыһы ла Наратаҫты ауылы урта мәктәбен тамамлаған. Егеттәр әйтеүенсә, уларға ирҙе ҡотҡарырға тормош хәүефһеҙлеге дәрестәре уҡытыусыһы Марсель Ғиниәтуллиндан алған белеме ярҙам иткән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-07-19/mchs-rossii-nagradit-troih-rebyat-iz-bashkirii-spasshih-tonuschego-muzhchinu-3854241

 
Автор:Ксения Калинина
Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас