+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
20 Июль 2024, 05:15

Өфөлә билдәһеҙ кеше ҡыҙ балаға пневматик ҡоралдан атҡан

Өфөнөң Ҡасимов урамындағы 10-сы йорттоң подъезына ингән урында бер төркөм балалар уйнап йөрөгән. Ҡапыл бер ҡыҙҙың: «Ой, әсәй!» тип  ҡысҡырған тауышы ишетелгән.

Өфөлә билдәһеҙ кеше ҡыҙ балаға пневматик ҡоралдан атҡанӨфөлә билдәһеҙ кеше ҡыҙ балаға пневматик ҡоралдан атҡан
Өфөлә билдәһеҙ кеше ҡыҙ балаға пневматик ҡоралдан атҡан

18 июлдә Өфөнөң Ҡасимов урамындағы 10-сы йорттоң подъезына ингән урында бер төркөм балалар уйнап йөрөгән. Ҡапыл бер ҡыҙҙың: «Ой, әсәй!» тип  ҡысҡырған тауышы ишетелгән. Әхирәттәре ҡанды күреп ҡысҡырып ебәргән.

«БашДТП» телеграм-каналындағы хәбәрҙең авторы һүҙҙәренсә, билдәһеҙ кеше балаға пневматик ҡоралдан атҡан. Ҡыҙ ашығыс ярҙам менән дауаханаға оҙатылған. Табиптар пуляны алған. Полиция хәҙер атыусыны эҙләй.

«Башинформ» Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәттәренә комментарий һорап мөрәжәғәт итте. Яуапты алыу менән баҫтырып сығарырбыҙ.

https://www.bashinform.ru/news/law/2024-07-19/v-ufe-neizvestnyy-vystrelil-v-devochku-iz-pnevmatiki-3854699

Автор:Дарья Субботина
Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас