+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
20 Июль 2024, 09:15

Көләмәстәр

Бер ҡыҙ автобуста китеп барғанда, телефоны шылтырай икән. Сумкаһынан телефонын тапмағас: – Өйҙә ятып ҡалғандыр, – тип әйтә, ти.

КөләмәстәрКөләмәстәр
Көләмәстәр

Кәнфитте кем ашаған?

– Әсәһе улына:

– Айрат, кәнфитте кем ашаны?

– Өй эйәһе...

Мейестән тауыш:

– Йәле, шыттырма!

***

– Һеңлем, һин сәй эсәһеңме?

– Юҡ.

– Ә беҙ эсәбеҙ, бар, сәй ултырт!

***

Бер ҡыҙ автобуста китеп барғанда, телефоны шылтырай икән. Сумкаһынан телефонын тапмағас:

– Өйҙә ятып ҡалғандыр, – тип әйтә, ти.

***

Таһир өйгә бирелгән мәсьәләне сисә алмай ыҙалай. Аптырағас: «Их, баш эшләмәй…» – тип ҡуя.

Эргәһендәге ҡустыһы Фәтих, ҡыҙыҡһынып: «Ағай, башың да үҙең кеүек ялҡаумы әллә?» – тип һорай.

***

– Ринат улым, балыҡ майын эстеңме?

– Эстем, атай…

– Аш ҡалағын тултырып эстеңме?

– Юҡ та… Сәнске тултырып.

***

– Әсәй, нишләп беҙгә уйынсыҡты һин генә ала башланың?

– Мин генә түгел, атайың менән бергәләп. Атайың аҡса эшләп бирә, ә мин магазинға барып алам.

– Улай булғас атай – аҡса эшләүсе, һин – һатып алыусы икән.

– Ә һин кем инде?

– Мин рәхмәт әйтеүсе.

Фото : асыҡ интернет селтәренән алынды

Көләмәстәр
Көләмәстәр
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас