+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
21 Июль 2024, 05:45

Башҡортостанда Журфест көнө һәм урыны билдәле булды

Фестиваль Павловка һыуһаҡлағысындағы «Йондоҙло» ял базаһында була, тип хәбәр итә сараның рәсми аккаунты.

Башҡортостанда Журфест көнө һәм урыны билдәле булдыБашҡортостанда Журфест көнө һәм урыны билдәле булды
Башҡортостанда Журфест көнө һәм урыны билдәле булды

Йома, 23 августа, журналистарҙың йәйге осрашыуы – Журфест ойошторола. Фестиваль Павловка һыуһаҡлағысындағы «Йондоҙло» ял базаһында була, тип хәбәр итә сараның рәсми аккаунты.

Бай йөкмәткеле белем биреү, мәҙәни һәм спорт программаһы – оҫталыҡ дәрестәре, матбуғат клубы эше, спорт ярыштары һәм башҡа саралар көтөлә. «Журфест» фестивале ҡатнашыусыларҙы үҙенең программаһы һәм йылы мөхите менән генә түгел, ә үҙенсәлекле урыны менән дә йәлеп итә, тип билдәләне ойоштороусылар.

Проект – Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары конкурсы еңеүсеһе.

Бынан алдараҡ «Башинформ» 2023 йылдареспубликала Журналистар фестиваленең Атайсал өсөн файҙалы эштәр йылы эгидаһы аҫтында үткәрелеүе хаҡында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-07-19/v-bashkirii-stali-izvestny-data-i-mesto-provedeniya-traditsionnogo-zhurfesta-3854956

Автор:Ләйлә Аралбаева
Автор:
Читайте нас