+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
21 Июль 2024, 08:40

Үтте бер матур көн!

Зөлхизә айының матур бер көнөн Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусылары "Ҡояшҡай" лагеры ауыл мәсетендә үткәрҙе.

Үтте бер матур көн!Үтте бер матур көн!
Үтте бер матур көн!

"Ислам нигеҙҙәре" буйынса сираттағы дәрестә ҡатнашып, балалар ғилемдәрен нығытты. Шулай уҡ викторина һорауҙарына яуап биреп, белем кимәлдәрен күрһәттеләр. Башлап мәсеткә инеүселәр мосафирҙар өсөн шарттар менән таныштылар. Үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған күп һорауҙарға яуап алдылар. Иң үҙенсәлекле һорауҙар: "Мәсеткә аҡса(саҙаҡа) нимәгә?" "Ҡояш байыған мәлдә ни өсөн тышта уйнарға ярамай?"

Шулай уҡ тәрбиә һәм әхлаҡ темаһына ҡағылышлы әңгәмә үтте.

Үтте бер матур көн!
Үтте бер матур көн!
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас