+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Июль , 15:00

Ай, һылыу!

"Ай, һылыу" конкурсының сираттағы ҡатнашыусыларын ҡаршы алайыҡ! "АМАНАТ" ТӨРКӨМӨНДӘ ТОРҒАН ҠАТНАШЫУСЫЛАРҘЫҢ ҒЫНА ТАУЫШЫ ҺАНАЛА! https://vk.com/app7198399_-41010454#poll669f80ab9ebd677d308be771 

Ай, һылыу!
Ай, һылыу!

"Ай, һылыу" конкурсының сираттағы ҡатнашыусыларын ҡаршы алайыҡ! "АМАНАТ" ТӨРКӨМӨНДӘ ТОРҒАН ҠАТНАШЫУСЫЛАРҘЫҢ ҒЫНА ТАУЫШЫ ҺАНАЛА! https://vk.com/app7198399_-41010454#poll669f80ab9ebd677d308be771

Элиза Сөләймәнова. Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылынан.

“Мин 8-се синыфты гел “5” билдәләренә генә тамамланым. Буш ваҡытымда тәбиғәт ҡосағында ял итергә яратам. Әҙәби китаптар уҡыйым.
Киләсәктә уҡытыусы һөнәрен һайлайым, сөнки уҡытыусыларҙың һөнәре юғары абруйға тиң.

 

Дарина Хәсәнова. Учалы районының Миндәк ауылынан.

“Миңә 10 йәш. "5" һәм "4" билдәләренә генә өлгәшәм. Математика, рус теле, рәсем дәрестәре күңелемә яҡын. Тағы ла сәнғәт мәктәбенең фортепиано бүлегендә шөғөлләнәм. Бик күп конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулайым. Буш ваҡыттарымда һүрәт төшөрөргә, дуҫтарым менән ял итергә яратам. Минең әсәйем – ҡанатландырыусым,  дәртләндереүсем. Журнал бите аша уға сәләмдәр ебәрәм, яратам”.

 

Дилә Байрамғолова.  Әбйәлил районының  Дәүләт ауылынан.

“Миңә – 4 йәш. Йырларға, бейергә,  яратам. Уйынсыҡтарым менән уйнайым, әкиәт ҡарайым. Әсәйемә өй йыйыштырырға, туҙан һөртөшөргә ярҙам итәм. Апайым менән икәүләп өй булыш, магазинсы  уйнайбыҙ, уларға ашарға бешерергә яратабыҙ”.

 

Варвара Кочкина. Өфө ҡалаһы.

“Өфө ҡалаһының 269 балалар баҡсаһында тәрбиәләнәм. Варвара бик дәртле ҡыҙ: бейей, йырлай, шиғыр һөйләй, конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Бигерәк тә әкиәт һөйләүгә әүәҫ. Күп кенә көләмәстәр ҙә белә. “Киләсәктә  намыҫлы кеше булып үҫкем килә!” – ти ул

 

Полина Ахмедова. Нуриман районының Ҡыҙылъяр ауылынан.

“Буш ваҡытымда аниме ҡарайым, әсәйемә ярҙамлашам.  Каратэ, киокусинкай түңәрәгенә яратып йөрөйөм. Киләсәктә тормошомдо  спорт юлы менән бәйләргә хыялланам”.

 

 

 

Ай, һылыу!
Ай, һылыу!
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: