+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Июль , 10:15

Дөйәне кем урлаған?

21 июлдә Нефтекамала гастролдәрҙә йөрөүсе цирк-шапитоның һуңғы сығышы була. Урындағы тамашасыларға төрлө өйрәтелгән хайуандар, шул иҫәптән маймылдар, ғәрәп аты, төлкө, пони, шулай уҡ Аксель ҡушаматлы дөйә менән бер нисә номер күрһәтелә.

Дөйәне кем урлаған?
Дөйәне кем урлаған?

Нефтекамала үҫмерҙәр төркөмө цирктан дөйә урлаған. Малайҙар 22 июлгә ҡаршы төндә хайуан менән ҡала уртаһында йөрөүҙәрен видеоға төшөргән. Видео социаль селтәрҙәрҙә тарала.

21 июлдә Нефтекамала гастролдәрҙә йөрөүсе цирк-шапитоның һуңғы сығышы була. Урындағы тамашасыларға төрлө өйрәтелгән хайуандар, шул иҫәптән маймылдар, ғәрәп аты, төлкө, пони, шулай уҡ Аксель ҡушаматлы дөйә менән бер нисә номер күрһәтелә.

Төндә цирк территорияһына бер нисә үҫмер кереп Акселды урлап ҡала буйлап сығып китә, уны видеоға төшөрә.

Иртән үк Аксельды кире ҡайтарғандар - уның менән барыһы ла яҡшы. Баҡтиһәң, цирк директоры дөйәнең сәйәхәттәре тураһында социаль селтәрҙә уның видеоһын күргәнгә тиклем белмәгән дә. Шапито етәксеһе полицияға ғариза яҙа. Нефтекама үҫмерҙәрен Аксель өсөн нимә эшләтере әлегә билдәһеҙ.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: