+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Июль , 08:52

Республикала йәшәүселәр «Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит» акцияһына ҡушылырға мөмкин

1 июлдә Башҡортостанда 14-се тапҡыр «Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит» хәйриә акцияһы башланды. Уның төп маҡсаты – аҙ тәьмин ителгән һәм күп балалы ғаиләләргә, тулы булмаған ғаиләләргә, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләгән ата-әсәләргә ярҙам итеү.

«Бәхет биләмәһе» хәйриә фонды ғаиләләргә ярҙам күрһәтеүҙә әүҙем ҡатнаша. Бөгөн республиканың Ғаилә һәм хеҙмәт министрлығына балаларға ярҙам йөҙөнән рюкзактар, канцелярия тауарҙары килтерелде. Тимәк, иртәгә ҡала һәм райондарҙағы «Ғаилә үҙәктәре»нә яңы мәктәп кәрәк-яраҡтары тапшырыла башлай, тип хәбәр иттеләр ведомствола.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, акцияла ойошмалар, муниципаль власть органдары ла ҡатнашырға мөмкин. Тик канцелярия кәрәк-ярағы һәм ижад өсөн тауарҙар яңы булырға тейеш. Портфель, мәктәп формаһы, уҡыу әсбаптары, нәфис әҙәбиәт яңы йәки яҡшы торошта ҡабул ителә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-07-22/zhiteli-bashkirii-mogut-prisoedinitsya-k-aktsii-pomogi-sobratsya-v-shkolu-3857523

Автор:Әлфиә Әһлиуллина
Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас: