-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Июль , 11:02

Әллә йәй бөттө лә ҡуйҙы инде?

Республикала аҙнаның икенсе яртыһы ямғырлы һәм һалҡынса була. Һауа торошо:

Әллә йәй бөттө лә ҡуйҙы инде?
Әллә йәй бөттө лә ҡуйҙы инде?

Синоптиктар фаразлауынса, Башҡортостанда аҙнаның икенсе яртыһы ямғырлы һәм һалҡынса була.

Бөгөн, 24 июлдә, республикала урыны менән йәшенләп ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +17, +22° юғары күтәрелмәй.

Кесаҙна, 25 июлдә, төндә аяҙлы-болотло. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр. Көндөҙ болотло була. Ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, урыны менән көслө, йәшен, урыны менән боҙ-борсаҡ. Ел төньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +8, +13°, көндөҙ +14, +19°.

Йома, 26 июлдә, ямғыр, урыны менән ҡойма ямғыр, йәшен, боҙ-борсаҡ яуыуы ихтимал. Ел төньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +8, +13°, көндөҙ +14, +19°.

Нурсилә Хәмитованың фотоһы. Бөрйән районы, Һарғая ауылы.

Автор:"Аманат" журналы
Читайте нас: