+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Июль , 10:38

Башҡортостанда «Өс таған» балалар кинофестиваленә ғаризалар ҡабул ителә

«Өс таған» балалар һәм үҫмерҙәр республика кинофестиваленә ғаризалар ҡабул ителә башланы. Быйыл фестиваль Ғаилә йылына бағышлана һәм социаль йүнәлешле.  

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, унда 18 йәшкә тиклемге балалар, шул иҫәптән өлкәндәр — уҡытыусылар, ата-әсәләр менән эшләгән үҫмерҙәр саҡырыла. Командала ике өлкән кеше генә булырға тейеш.

Конкурсҡа түбәндәге номинацияларҙа эштәр ҡабул ителә: уйын ҡыҫҡа метражлы фильмы, документаль фильм, йәнһүрәт, музыкаль клип, социаль ролик.

Фестиваль ике этапта үткәрелә:

  • 22 июлдән 7 сентябргә ғаризалар һәм эштәр ҡабул ителә;
  • 7 30 сентябрҙә – жюри эше.

Финалды уҙғарыу урыны һәм көнө, шулай уҡ бүләкләү тантанаһы рәсми сайтта һәм ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәге төркөмдәрендә баҫыла.

Фестивалде Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Ә. Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы, Башҡортостандың Кинематографистар союзы ойоштора.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-07-24/v-bashkirii-detskiy-kinofestival-taganok-ob-yavil-o-nachale-priema-zayavok-3860598

Автор:Ләйлә Аралбаева
Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас: