-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Июль , 14:17

Һин ниндәйһең? (Тест)

Ҡыйыу, шат күңелле, ҡылансыҡ, хисле, баҫалҡы, тәүәккәл, нәзәҡәтле – был сифаттарҙың ҡайһыһы һиңә нығыраҡ тура килә? Әйҙә, тикшереп ҡара...

Һин ниндәйһең? (Тест)
Һин ниндәйһең? (Тест)
  1. Яратҡан йырсың?

А. Айнур Ғәзизов.

Б. Ваня Дмитриенко.

В. “Матур” төркөмө егеттәренең береһе.

Г. Илнур Лоҡманов.

  1. Иң яҡын әхирәтеңдең тыуған көнөнә нимә кейеп бараһың?

 А. Джинсы һәм футболка

Б. Апайымдың ярым асыҡ күлдәген.

 В. Дискотекаға барһаҡ, бейеү өсөн уңайлы кейем һайлайым.

 Г. Яңы күлдәк һәм уға төҫтәш туфли.

  1. Бер көнгә һин кем булып ҡарарға теләр инең?

А. Виктория Бакарди.

Б. Гәлсәр Байғусҡарова.

 В. Ирина Шейк.

 Г. “Хазина” төркөмө ҡыҙҙарының береһе.

  1. Тәнеңдең ҡайһы өлөшөнә ниндәйерәк күләмдә хушбый һөртәһең?

А. Күп итеп муйынға.

Б. Саҡ ҡына ҡолаҡ артына.

В. Теләһә ҡайһы ергә.

Г.  Хуш еҫтең борҡоп торғанын яратам.

  1. Яратҡан туңдырмаң?

А. Рожок.

Б. Эскимо.

В. Емеш-еләклеһен.

Г. Крем-брюле.

  1. Ниндәй фильмда төшөрә теләр инең?

А. “Постучись в мою дверь”.

Б. “Три мушкетера”.

В. “Холоп”.

Г. “Лед”.

  1. Хыялыңдағы кешең менән осрашыуыңды нисегерәк күрергә теләр инең?

А. Матур ҡояшлы көндә паркта.

Б. Ресторан йә булмаһа берәй кафела.

В. Кинотеатрҙа тәмлекәстәр менән һыйланабыҙ.

Г. Тәбиғәттә ял иткәндә.

  1. Биҙәнгестәрҙән нимәне иң мөһиме тип иҫәпләйһең?

А. Помада.

Б. Тушь.

В. Тональ крем.

Г. Үрҙә һаналғандарҙың бөтәһе лә.

Ә хәҙер мәрәйҙәрҙе һана:

  1. А – 4 Б – 3 В – 1 Г – 2
  2. А – 2 Б – 4 В – 1 Г – 3
  3. А –3 Б – 2 В – 4 Г – 1
  4. А – 1 Б – 3 В – 4 Г – 2
  5. А – 3 Б – 4 В – 1 Г – 2
  6. А – 1 Б – 2 В – 3 Г – 4
  7. А – 3 Б – 4 В – 2 Г – 1
  8. А – 2 Б – 43 В – 1 Г – 3

8–13: Энергия ташып трған көслө ихтыярлы. Тәүәккәл кеше булараҡ, һәр ваҡыт яңы мажараларға башың менән сумырға әҙерһең. Кейемдең беренсе сиратта уңайлы булыуын һайлайһың. Шкафыңда джинсы, һәр төрлө кофталар һәм кроссовкиҙар бар. Биҙәнгестәрҙе аҙ ҡулланаһың, биҙәнһәң дә, сағыу булмаған төҫтәрҙе һайлайһың. Иртәнсәк күп ваҡцт талап иткән прическалар һиңә оҡшамай.

14–19:Ҡупшы һәм модалы кейенергә яратаһың. Тыныс холоҡло ҡыҙыҡайһың. Бигүк күңелле булмаған яңылыҡтарҙы ла тыныс ҡабул итәһең. Тәбиғәттән лидер булараҡ, егеттәрҙең ихтирамын яулайһың. Һуңғы мода буйынса кейенергә яратаһың. Сәсеңде ябай итеп йөрөтөүҙән тыш, модалы прическаларҙан да баш тартмайһың. Сөнки йөҙөңә нимә килешкәнен яҡшы беләһең.

20–25:Ҡылансыҡ һәм күңелсәкһең. Магазиндар буйлап йөрөргә яратаһың. Кеҫәңдә булған аҡсаңды кейемгә һәм биҙәнгестәргә бөтөрәһең. Йомарт кеше булараҡ әхирәттәреңә лә биҙәнгестәреңде файҙаланырға бирәһең. Сәсеңде һәр саҡ яңыса йөрөткөң килә.

26–32: Мөләйем һәм һөйкөмлөһөң. Нескә күңелле, көслө ихтыярлы ҡыҙыҡайһың. Былар һиңә маҡсатыңа ирешергә ныҡ ярҙам итә. Үҙ кейемеңдә һәр саҡ иркен хис итәһең. Тик ҡайһы ваҡыт, үтә һылашып торған күлдәк йәки итәк алып ҡуяһың. Биҙәнгестәрҙе йөҙөңә килешлеһен һайлайһың, модаға эйәрмәйһең.

Сәлимә Ҡаранаева әҙерләне.

 

Һин ниндәйһең? (Тест)
Һин ниндәйһең? (Тест)
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: